Һары май һиндтарҙың өҫтәленән төшмәй. Индустар уны “гхи” тип атай һәм ҡояштың ҡайнар көсөн туплаған тип һанай. Боронғо ведаларҙа һары май менән дауаланыу ысулдары ла күрһәтелә.
Май кислоталары, углеводтар, A, D, E, PP витаминдары, антиоксиданттарға, калий, кальций, фосфор, натрий, магний, тимергә бай һары май еңел һәм тиҙ үҙләштерелә. Үҙәк нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә, хәтерҙе яҡшырта, фекерләү һәләтен яҡшырта. Һары май аш эшкәртеү ҡеүәтен арттырыу һәләтенә эйә. Самаһын белеп ашағанда, ул холестерин күләмен күтәрмәй, бауырға ла насар тәьҫир итмәй. Зарарлы матдәләрҙең тәьҫиренән һаҡлай, уларҙы организмдан сығарыуға булышлыҡ итә.
Һары май тәнде ыуыу өсөн дә яҡшы сара. Ул тирене йомшарта, зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Быуындар һыҙлағанда бер аҙ йылытылған һары майҙы тәнгә ыуырға кәңәш ителә.
Баш өйәнәге яфалаған мәлдә төнгә ҡаршы сикәләрҙе, ҡул һәм аяҡтарҙы һары май менән ыуыу ҙа ярҙам итә. Быны аҙна-ун көн дауам итергә кәрәк.
Көҙөн танау эсе кибеп аптыратһа, саҡ ҡына һары май һөртөү йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡланырға булышлыҡ итер.