Даирә
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Февраль , 09:41

Үҫентеләр сәсә башланығыҙмы?

. Әле нимәләр ултыртырға мөмкин?

Үҫентеләр сәсә башланығыҙмы?
Үҫентеләр сәсә башланығыҙмы?

Әле ҡыяр, борос, баклажан ултыртырға иртәрәк. Сөнки, тәжрибәле баҡсасылар кәңәш итеүенсә, боросто 20 февраль – 5 март арауығында ултыртырға мөмкин. Уға өлгөрөр өсөн 60-70 көн ваҡыт кәрәк. Ә помидор 40-60 көн эсендә өлгөрә башлай. Уны 15 марттан 5 апрелгә тиклем сәсергә була. Ҡыярҙы теплицаға 20-30 мартта ултырталар, улар 30-35 көндә өлгөрә. Әле нимәләр ултыртырға мөмкин һуң?

Әлбиттә, сәскәләр!

Иң беренсе сиратта – петуниялар. Улар тиҙ үҫә, шуға уларҙы ҡырҡып (черенковать), ҡырҡылған өлөшөн дә сәсеп бик күп сәскә үҫентеләре алырға мөмкин. Петуниялар бик күп төрлө, шулар араһынан Сауэр сноу бриз, Лав ми файер дрим, Софистика лайм биколор, Сауэр миднайт исемлеләре киң таралған.

Шулай уҡ ғинуар айында эустоманы сәсергә була. Сөнки, ул үҫенте күренгәндән һуң 4-5 айҙан һуң ғына сәскә ата башлай. Ҡырҡып үрсетер өсөн күп осраҡта Мадам бриджит, Сеньорита Марта, Сеньорита Марсела, ә бәләкәй (карлик) үҫентеләрҙән Мисс эбони бьютины һайлайҙар.

Эре япраҡлы колеусты сәсеүгә лә ваҡыт. Уның Биг бэн скарлет, Чоко найт исемлеләре бик популяр.

Бөтә үҫентеләр өсөн дә йомшаҡ тупраҡ (рыхлая почва) талап ителә. Бының өсөн тупраҡҡа перлит йәки вермикулит һалып бутарға кәрәк. Сәсерҙән алда тупраҡты ҡоротҡостарҙан эшкәртеп алырға онотмағыҙ.

 

Интернеттан мәғлүмәттәр файҙаланылды

 

https://tanburz.ru/articles/tir-ya-m-khit/2026-01-27/entel-r-s-s-bashlany-y-my-4551499

 

Автор:
Читайте нас