Даирә
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Ғинуар , 09:26

Ни өсөн кешегә буш һауыт бирергә ярамай?

Беҙҙең халыҡта элек-электән йәшәп килгән был ғөрөф-ғәҙәттең асылы нимәлә?

Ни өсөн кешегә буш һауыт бирергә ярамай?
Ни өсөн кешегә буш һауыт бирергә ярамай?

Эй рәхәт ине бәләкәй саҡта! Кис әсәй, һыйыр һауғас, йылы һөттө банкаға һала ла күрше әбейгә индереп ебәрә. Ә күрше әбей, кисә индергән банкаға кәнфиттәр һалып, һине көтөп тора. Был кәнфиттәрҙе үҙең эшләп алған кеүек ҡабул итәһең. Йәнәһе, кисә күршегә һөт индергән өсөн хаҡ ул.

Был хәлгә шул тиклем өйрәнелгән ине, әгәр ниндәйҙер сәбәптәр менән күрше әбейе банкаға кәнфит һалырға онотҡан булһа, сығып китмәйсә баҫып тораһың әле шунда. Ул, быны шунда уҡ аңлап алып, "И-и, балаҡайым, кәнфитем бөтөп киткән. Әйҙә, мин һиңә башҡа әйбер бирәм", – тип, банкаға йә прәник, йә тимер аҡса һала.

Беҙҙең халыҡтың бер үҙенсәлеге ул – кешегә буш һауыт-һаба бирергә ярамай. Ни өсөн ярамай һуң? Был турала уйланғанығыҙ бармы?

Әгәр күршенән алып торған берәй һауытты: табаны, кәстрүлде йә иһә табаҡты буш килеш кире ҡайтарһағыҙ, аҡса менән проблемалар килеп сығырға мөмкин икән. Ул һауытҡа бәләкәй генә берәй күстәнәс һалһағыҙ ҙа йортоғоҙға матди байлыҡ менән бәйле энергияны тартып килтерәһегеҙ.

Энергия, тигәндән. Беҙҙе әйләндереп алған һәр әйберҙең үҙ энергияһы бар, тип әйтә белгестәр. Буш һауытты кире ҡайтарғанда уның менән бергә үҙегеҙҙең энергияғыҙҙың бер өлөшөн дә бирәһегеҙ. Ә ул урын бер ҡасан да буш тормай: һауыт-һаба менән бергә «биргән» энергия урынын төрлө күңелһеҙлектәр, талаш-тартыш, аңлашылмаусанлыҡ «баҫып алырға» мөмкин.

Алған һауытты нисек ҡайтарырға?
Тәү сиратта – яҡшы итеп йыуығыҙ. Шунан һуң уға берәй тәмлекәс һалығыҙ. Аш табыны үткәрер алдынан, әйтәйек, ҡамыр ризыҡтары бешереү өсөн таба алып торған булһағыҙ, берәй пирог, йәки бәлеш киҫәге һалырға була. Бер ус кәнфит, йәки бер аҙ печенье һалырға ла мөмкин. Еләк-емеш тә яҡшы. Ҡыҫҡаһы, өйҙә ниндәй тәмле нәмә бар – шуны.

Кешенән алып торған һауыт-һабаны ғына түгел, ғөмүмән, әйбер һалып була торған бер әйберҙе лә буш килеш кире ҡайтармауы яҡшы. Кешегә нимә генә бирһәң дә, ул һәр ваҡыт үҙеңә икеләтә әйләнеп ҡайта бит. Ә алған әйбереңде буш килеш ҡайтарһаң, киреһенсә, үҙеңдекен «юғалтаһың».

Шунан, алған һауытыңды буш ҡайтармау – яп-ябай ихтирам билдәһе лә бит ул. Тағы бер нәмә бар: был осраҡта икенсе тапҡыр тағы һорап инеү еңелерәк буласаҡ, тормош бөгөнгө менән генә тамамланмай бит әле!

 

https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-04-22/ni-s-n-kesheg-bush-auyt-birerg-yaramay-4207336

 

Автор:
Читайте нас