Даирә
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Декабрь 2025, 09:49

Ҡаҙ ҡаҡлайбыҙ

Ҡаҙ ите ҡаҡлар өсөн дә, тоҙлар өсөн дә 12 сәғәттә "етешә".    

Ҡаҙ ҡаҡлайбыҙ
Ҡаҙ ҡаҡлайбыҙ

Ҡаҙ ите ҡаҡлар өсөн дә, тоҙлар өсөн дә 12 сәғәттә етешә. Тәме сыға торған иң яҡшы ваҡыт – 12 сәғәт аралығы.
Уны таҙартҡандың икенсе көнөндә ҡаҡлайым. Бар ерен дә бик яҡшылап тоҙ менән ыуам. Шунан һуң эсенә алдан уҡ йыуып киптерелгән борсаҡ тултырам. Артабан башта уксуслы сепрәк, шунан һары крафт ҡағыҙы менән яҡшылап төрөп, ашлыҡ эсенә тығам. Шунда 2-3 ай торғас, ҡаҙҙың тоҙон таҙартып, борсағын бушатып, сепрәк, ҡағыҙын алып, ҡайнар һыуҙа йыуып алам. Ҡаҙ матурланып китә. Шунан һуң ҡояш булһа, урамға ҡояшҡа эләбеҙ, булмаһа, мунсала 1-1,5 тәүлеккә ҡалдырабыҙ. Ҡаҙ матур, үтә күренмәле булыуға, ҡабат төрөп ҡуябыҙ.

Рәхилә Зәйнуллина рецебы.

"Без - авылдан" төркөмөнән.

Автор: Лена Хайруллина
 
 
Автор:
Читайте нас