Даирә
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Декабрь 2025, 22:26

Билмән һәм манты өсөн шәп ҡамыр

Бындай ҡамыр йыртылып, тишелеп ыҙалатмай. Бөтә ғилләһе - ҡайнар һыуҙа...

Билмән һәм манты өсөн шәп ҡамыр
Билмән һәм манты өсөн шәп ҡамыр

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә уңған хужабикә Тәскиә Вәғизова үҙе яратып ҡулланған ҡамыр рецебы менән уртаҡлашты.  “Бындай ҡамыр манты, билмән, хатта чебурекка ла бара”, - тип яҙҙы ул.

Бер стакан ҡайнар һыуға самалап тоҙ, бер стакан он һалып, тиҙ генә болғарға. Унан һуң ике аш ҡалағы үҫемлек майы, ике-өс йомортҡа өҫтәп, он ҡушып ҡамыр баҫырға һәм бер аҙ ял иттереп алырға. Ҡамыр пластилин кеүек булырға тейеш, тип кәңәш итә хужабикә.

Бындай ҡамыр эшләгәндә йыртылмай, туңдырыу өсөн дә һәйбәт, үҙе бик тәмле лә.

Фото һәм сығанаҡ: Тәскиә Вәғизова. 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Автор: Гульчачак Алачева
Читайте нас