Тауыҡ итенән жульен
250 г шампиньонды (ул булмаһа башҡа бәшмәк тә ярай), 3 баш һуғанды ваҡлап турап, талғын утта үҫемлек майында ҡыҙҙырығыҙ. Уға ваҡлап туралған 250 г бешкән тауыҡтың түш ите, тоҙ, ҡара борос өҫтәгеҙ.
Айырым ҡоро табала 2 ҡалаҡ ондо ҡыҙҙырырға. Ул бер аҙ ҡыҙарғас 130 сл ҡуйы һөт (сливки) йәки ҡаймаҡ һалып, төйөр ҡалмаҫлыҡ итеп бутағыҙ. Был соусты итле бәшмәк өҫтөнә ҡойоп, 1 – 2 минут утта тоторға кәрәк. Артабан уларҙы формаларға йәки порция һауыттарына бүлеп һалығыҙ ҙа, ҡырғыс аша үткәрелгән ҡаты сыр (150 г) һибегеҙ, ҡаймаҡ һылағыҙ.
180 градус эҫелектәге мейестә 20 минут тирәһе бешереп алғас, ҡайнар килеш табынға бирергә.
https://shonkar.com/articles/ash-yu/2025-01-03/tauy-iten-n-zhulien-4074130