Сатнаған, кимтелгән һауыт-һабаны ла өйҙә һаҡламағыҙ. Улар һеҙгә уңыш килтермәйәсәк, шуға бындай һауыт-һабанан ҡотолоу яҡшы булыр.
Иҫке аяҡ-кейемдәре лә һаҡларға ҡушылмай. Улар өйҙә кире энергия йыя, тиҙәр. Бындай әйберҙәрегеҙ булһа, тиҙерәк ҡотолоу яҡын ҡарағыҙ.
Иҫке ҡағыҙ, буш шешәләр, банкаларҙан да йортоғоҙҙо азат итегеҙ. Улар үҙҙәренә насарлыҡ һура, тиҙәр.
Ватыҡ көҙгөнө лә өйҙә тотмағыҙ, тиҙерәк сығарып ташлағыҙ. Ул өйгә бәхетһеҙлек килтерә, өйҙәге энергетиканы кирегә әйләндерә.
Мәрхүмдәрҙең дә әйберен һаҡламағыҙ. Улар йәшәү көсөн һура.
Өйгә үрелеп үҫкән гөлдәр ҙә ултыртыу кәңәш ителмәй, уйҙарҙы бутай. Шуға уны ла өйҙән сығарырға ҡушыла.
Иҫке һепертке, оҙаҡ ҡулланған иҙән сепрәктәрен дә йыш алыштырып тороғоҙ. Улар ҙа кире энергия йыя.
Тамаша журналынан.