Даирә
+30 °С
Болотло
Төрлөһөнән
19 Ноябрь 2025, 10:53

Шоколадлы перәниктәр

Үҙегеҙ бешергәне магазиндыҡынан һис ҡалышмай, хатта үтеп тә китә!!! 

Шоколадлы перәниктәрШоколадлы перәниктәр
Шоколадлы перәниктәр

Перәник өсөн 180гр он, 170 гр шәкәр, 50 гр какао, 7 гр ҡамыр йомшартҡыс, 5 йомортҡа, 50 гр аҡ май, 100 гр шәкәр пудраһы, бер семтем он кәрәгә.

 

1. Бөтә ҡоро ингредиенттарҙы ҡушып болғайбыҙ;

2. Уларға йомортҡаларҙы һәм иретелгән аҡ майҙы өҫтәп, болғатабыҙ;

3. Ҡамырҙы пленка менән ябып, 2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ;

4. Ҡамырҙан бер иш тупсыҡтар әүәләп, уларға перәник формаһы бирәбеҙ. Шунан шәкәр пудраһында әүәләйбеҙ.

5. 180 градусҡаса йылытылған духовкаға ҡуябыҙ ҙа, 20 минут бешереп алабыҙ.

Автор:
Читайте нас