

Беренсенән, кетәклектең йылы, ҡаралған булыуы, икенсенән, ҡош-ҡортто дөрөҫ итеп ашатыу һәм тәрбиәләү. Тәжрибәле ҡош аҫраусылар тауыҡтарҙы көнөнә ике тапҡыр ашатырға кәңәш итә. Беренсеһе, табындан ҡалған ризыҡтар – икмәк, бутҡа, йәшелсә (бәрәңге, кишер, сөгөлдөр) һ.б. Ара-тирә тарттырылған бойҙай (көрпә), ылыҫ оно бирергә була, ваҡланған игендә ҡоштар өсөн витаминдар һәм минералдар күп. Күп кеннә ҡош-ҡорт аҫраусылар алдан әҙерләгән йомортҡа ҡабығы, кесерткәнде лә ҡош-ҡорт алдынан өҙмәй. Ҡышын тауыҡ ризығына бер аҙ ғына сүпрә өҫтәһәң һәйбәт. Сүпрә ҡош-ҡорттоң кәүҙә ауырлығын арттыра, шулай уҡ йомортҡа һалыуын яҡшырта икән. Бынан тыш, иммунитетын да нығыта. Әммә артығы ярамай.
Тауыҡтар алдына һыу ҡуйырға онотмағыҙ. Тағын бер сер – тауыҡтарҙы төрлө сирҙәрҙән һаклау өсөн балыҡ ҡалдыҡтары, балыҡ майы, һөйәк оно рационда булырға тейеш. Тағы ла шуныһы: тауыҡтарға йылытылған кетәклек булмаһа, йомортҡа һалмайҙар. Ҡышҡы осорҙа тауыҡҡа тәүлегенә кәмендә 15 сәғәт яҡтылыҡ кәрәк, был осрата йомортҡа һалыуы 20 процент самаһына арта. Ә бына йылытылмаған урында торған ҡош-ҡортҡа күберәк ашатырға кәрәк. Сөнки һалҡында торған ҡоштар үҙҙәрен йылытыуға ла энергия бүлеп сығарыу өсөн ризыҡ талап итә.
https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2025-11-06/tauy-tar-ysh-y-yn-da-yomort-a-al-yn-ti-4455702