Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
30 Октябрь 2025, 09:13

Аяҡ бармаҡтары нимә һөйләй?

Яланаяҡ кешене күрһәк, уның аяҡ бармаҡтарына иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Ә юҡҡа! Күптәргә был шикле булып күренергә лә мөмкин, тиер. Баҡһаң, аяҡ бармаҡтарының оҙонлоғо һәм формаһы буйынса кешенең холҡон билдәләргә лә мөмкин икән. Мәҫәлән, аяғындағы икенсе бармағы ни тиклем оҙонораҡ булһа, был кешенең лидер икәне сағыуыраҡ күренә.    

Аяҡ бармаҡтары нимә һөйләй?Аяҡ бармаҡтары нимә һөйләй?
Аяҡ бармаҡтары нимә һөйләй?

Тағы шул да билдәле: әгәр аяғының икенсе бармағы беренсеһенән оҙонораҡ икән, был кеше ғаиләһендә – хужа. Әгәр ҡатындың икенсе бармағы беренсеһенән оҙонораҡ булһа, ул ғаилә башлығы вазифаһына ынтыласаҡ, иренеке булһа, ул ғаиләлә иң төп кеше буласаҡ.

Аяҡ бармаҡтары буй-һынға теҙелеп баҫҡан кеүек теҙелеүе ижади кешеләргә хас. Улар аҡыллы һәм креатив, төрлө хәлдәрҙә лә ғәҙәти булмаған ҡарарҙар таба ала. Әммә үҙҙәренең ҡыйыуһыҙлығы арҡаһында йыш ҡына төшөнкөлөккә бирелә һәм башлаған эште аҙағына еткермәй.

Әгәр ҙур, икенсе һәм урта бармаҡ бер кимәлдә булһа, һеҙҙең алда инициативалы һәм ышаныслы кеше. Ул һәр ваҡыт маҡсатына ирешә һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай. Ундай кешеләр үҙ эшенең ысын оҫталары, етәкселекте ҡәҙерләй һәм карьера баҫҡысы буйлап еңел атлай.

Әгәр ҙә аяғының өсөнсө бармағы тәүге икәүһенән ҡыҫҡараҡ булһа, был еңел фекер йөрөтөү һәм ләззәткә ынтылыу билдәһе. Бармаҡтары шундай төҙөлөшлө кешеләр - ысын ялҡауҙар.

Әгәр ҙә ҙур бармағығыҙ оҙон икән, ә ҡалған дүрт бармағығыҙ  тигеҙ тиерлек икән, һеҙҙең алда яҡшы ғаилә башлығы һәм һәйбәт дуҫ. Ул хәстәрлек күрәсәк, ярҙам итәсәк һәм яҡлаясаҡ. Аяҡ бармаҡтарының шундай төҙөлөшөнә эйә булғандар башҡа кешеләрҙең проблемаларын ҡабул итә белә.

Әгәр ҙә аяғының сәтәкәй бармағы бигерәк ҡыҫҡа булһа, ул хыялланырға яратыусан. Реаль тормош уға күңелһеҙ тойола, шуға күрә ул сериалдар ҡарарға һәм мөхәббәт романдары уҡырға ярата.

Фото: reikionline.academy

 

https://henek.info/news/%2B%2B%2B-/2025-05-20/aya-barma-tary-nim-yl-y-4243114

 

Автор:
Читайте нас