Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
29 Октябрь 2025, 06:53

Ырыҫ-бәхет асҡыс­тары

БӘХЕТ СЕРҘӘРЕ

Ырыҫ-бәхет асҡыс­тарыЫрыҫ-бәхет асҡыс­тары
Ырыҫ-бәхет асҡыс­тары

✨????????БӘХЕТ СЕРҘӘРЕ

 

????Ырыҫ-бәхет асҡыс­тары – иман һәм уның өлөштәре һаналған изге ғәмәлдәр. Шуларға өлгәшергә тырыш.

 

????Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – тормошоң яйланыр.

 

????Ҡөрьәнде йышыраҡ уҡып, мәғәнәһенә төшө­нөргә тырыш.

 

????Башҡаларға изгелек ҡылһаң, үҙеңде бәхетле тойорһоң.

 

????Йөрәгеңде асыу, көнсөллөк, нәфрәт, һа­ранлыҡ кеүек насар тойғоларҙан таҙарт.

 

????Файҙаһыҙ эштәрҙән – ғәмәл­дәрҙәге, ара­ла­шыу­ҙағы, туҡланыу­ҙағы самаһыҙлыҡтан – һаҡлан.

 

????Үткәндәр тураһында күп уйлама – уларҙы барыбер ҡайтарып булмай, алдағы хаҡында йыш хыял ҡорма – киләсәгең әле етмәгән. Ғүмереңдең һәр көнөн матур, файҙалы итеп үткәрергә ынтыл.

 

????Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан.

 

????Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Асыуланма. Ғүмерҙең бик ҡыҫҡа икәнен онотма.

 

????Кемдер һиңә яман һүҙ әйтә икән, был хаҡта күп уйланма. Гонаһы бит ул кешенең үҙенә төшә.

 

????Гелән яҡшы уйҙа бул, насарҙа­рынан һаҡлан.

 

????Һәр кемдең яҡшы яғына иғтибар ит, кәм­селектәренә күҙ йом. Камил кеше юҡ, был һинең үҙеңә лә ҡағыла.

 

????Ғәйбәткә ышанма. Баш­ҡаларҙың кәмсе­лек­тәрен эҙләмә, хаталанғандарын күреп көлмә. Был үҙеңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.

 

????Аллаһ Тәғәләгә һәр ваҡыт доға ҡыл. Унан ғәфү үтен, ярҙам һора, нәфел намаҙҙар уҡы, өҫтәмә ураҙалар тот – йән-тәнең­дең яйлап таҙарына барыуын тойорһоң.
(“Ҡайғырма!” китабынан).

https://vk.com/club42590072?w=wall-42590072_20024 

Автор:
Читайте нас