- Ул үҙ-үҙен ҡарап йөрөтә. Һәм был стразалы тырнаҡтар һәм бөҙрә сәстәр түгел, 90-60-90 да түгел. Ир-ат тәү ҡарашҡа насар «тюнинг» ты үҙ тәненә ҡарата ысын хәстәрлектән айыра. Әгәр ҡатын-ҡыҙ үҙен ҡәҙерләй икән, ир-ат уға кәмһетеп ҡарамаясаҡ.
- Ул үҙ-үҙен тәьмин итә. Бындай ҡатын иргә һуҡырҙарса табынмай, уны үҙенең кумиры яһамай. Әгәр уның тормошонда ир булмаһа, ул үҙен бәхетһеҙ итеп тоймаясаҡ. Уның мауығыуҙары, дуҫтары, фанаттары, үҙ фекере бар. Бындай ҡатын-ҡыҙҙың иғтибары өсөн көрәшергә кәрәк.
- Ул нимә теләгәнен белә. Әгәр уға берәй нәмә оҡшамаһа, был хаҡта 100 метр радиуста бөтәһе лә белә.Ул үҙенә ҡарата насар мөнәсәбәтте түҙә алмаясаҡ. Ҡатын-ҡыҙға яҡшы булһа, уның янында ир-ат сәскә атасаҡ.
- Ул ҡатын-ҡыҙ булырға ярата. Ул һөйкөмлө. Ул көсһөҙ булыуҙан һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙән ҡурҡмай. Ул үҙенең көсө уның ҡатын – ҡыҙ булыуында икәнен белә һәм уны тулы ҡеүәтенә ҡуллана. Ирҙәр ҙә быны вибрация кимәлендә уҡый.
Башҡортостан ҡыҙы журналы сайтынан.