+24 °С
Дождь


Ғәҙәттә эс бығырлауы асыҡҡанда барлыҡҡа килә. Оҙаҡ ашамағанда газ ашҡаҙан буйлап “йөрөй” башлай, шунлыҡтан тауыш барлыҡҡа килә. Эс бығырлауының ни ҡәҙәр көслө булыуы эсәклек эсенә йыйылған газдарҙың күплегенә бәйле.
Борсаҡ һәм башҡа ҡуҙаҡлыларҙы, кәбеҫтә ашағандан һуң эстә газ йыйылыуы мөмкин. Улар эшкәртелгән саҡта әсей, һөҙөмтәлә эстә газ йыйыла. Шул саҡта ла эс бығырлай.
Йыш стресс кисергән кеше лә йыш ҡына ашҡаҙан-эсәктә уңайһыҙлыҡ һиҙә.
https://kungak.ru/news/yort-usa-y/2025-10-04/esege-yl-sh-me-4413821