Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
17 Сентябрь 2025, 10:59

Файҙалы кәнфит

Сәйгә грузиндар әҙерләгән  тәмлекәс - козинаки.    

Файҙалы кәнфитФайҙалы кәнфит
Файҙалы кәнфит

1,5 стакан геркулес, 1 стакан әрселгән көнбағыш, ваҡланған әстерхан сәтләүеге, ҡабаҡ орлоғо, 400 г ит үткәргестән үткәрелгән күрәгә, 5 ҡалаҡ бал, 2 йомортҡа кәрәк. Ошо ингредиенттарҙың барыһын да бергә ҡушырға ла, табаға пергамент ҡағыҙы йәйеп, өҫтөн майлап, 2-3 см ҡалынлығында йәйергә.160 градус ҡыҙыулығындағы мейестә 30 минут бешерергә. Бешкәс, эҫе килеш киҫәктәргә бүлергә. Һыуынғас, ныҡ ҡатып китмәһен өсөн кәнфитте пленкаға урап, һыуытҡыстың аҫҡы ҡатында һаҡларға.

 

https://tamasha-rb.ru/articles/khal-ym-auly-y-ilem-bayly-y/2025-07-13/fay-aly-k-nfit-4312140

 

Автор:
Читайте нас