

ҡапсыҡтарҙа туңдырғысҡа һалдым. Сәйен төрлө кеше төрлөсә әҙерләй. 3-4 аш ҡалағы емеште ҡалаҡ йәки сәнске менән иҙергә һәм өҫтөнә һыу ҡойоп, 10-15 минут самаһы төнәтергә. Иң мөһим кәңәш: ныҡ ҡайнар һыу ҡоймағыҙ! Әммә был ысул менән төнәткәндә сәй шыйығыраҡ була, емештәре башлыса бөтәү килеш ҡала. Шуға күрә һуңғы ваҡыт һырғанаҡ өҫтөнә аҙ ғына ҡайнаған һыу ҡойоп, блендер менән иҙергә ғәҙәтләнеп алдым. Әҙер иҙмәгә һыу өҫтәп, сәй итеп эсәбеҙ. Былай иткәндә һырғанаҡ емеше һәйбәт иҙелә, сәй тәмлерәк тә, шифалыраҡ та була.
Шулай уҡ һырғанаҡты бал менән бутап ашаһаң, ныҡ тәмле, сөнки ҡайнатмаһында файҙалы матдәләре кәмей. Был емеште сейә, бөрлөгән кеүек аҡ май менән майларға ла мөмкин.
Һырғанаҡ иммунитетты, һөйәктәрҙе, сәс һәм тырнаҡтарҙы нығыта, тәндәге яраларҙың, сәбертмә кеүек тире ауырыуҙарының тиҙерәк уңалыуына булышлыҡ итә, кәйефте күтәрә. Уны ҡулланыу ҡан баҫымы түбән булған кешеләргә, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре һәм аллергия осраҡтарында тыйыла.
Фото: fotobank02.ru