Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
4 Август 2025, 05:11

Йәш бәрәңгене ошолай бешерегеҙ

Бик тәмле килеп сыға, тине Рузалия апай һәм рецебын тәҡдим итте.  

Йәш бәрәңгене ошолай бешерегеҙЙәш бәрәңгене ошолай бешерегеҙ
Йәш бәрәңгене ошолай бешерегеҙ

Күптәр быйылғы бәрәңгенең уңышын ашай башлағандыр. Бик танһыҡ, тәмле бит ул.

Ишембай районының Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина быйыл бәрәңгенең былтырғыға ҡарағанда нығыраҡ уңыуын, хәҙер ун көн тирәһе яңы уңышты ашауҙары тураһында белдерҙе. Ул ошолай итеп бешерә.

- Яңы бәрәңгене әрсеп, урталайға ярып, тоҙ һалып, һыуҙа бешерәбеҙ. Ике-өс баш һуғанды үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Бәрәңге бешкәс, һыуын һарҡытабыҙ. Ҙур һауытҡа бушатып, өҫтөнә майлы һуғанды һалабыҙ. Эҫе сағында бигерәк тә ныҡ тәмле. Ашығыҙ тәмле булһын! – ти Рузалия апай.

Фото: Рузалия Ниғмәтуллина.

Автор:Резеда Шәнгәрәева

https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2025-08-02/y-sh-b-r-gene-osholay-besherege-4336067

 

Йәш бәрәңгене ошолай бешерегеҙ
Йәш бәрәңгене ошолай бешерегеҙ
Автор:
Читайте нас