

1. Кешегә теге йәки был ҡылыҡты ғәҙәт итеү өсөн 66 көн ғәҙәт кәрәк.
2. Күҙҙәрҙе йомоп, мәғлүмәтте еңелерәк иҫтә ҡалдырабыҙ.
3. Мейе менән ашҡаҙан ныҡ бәйләнгән, шуға ҡайһы бер тойғолар айырыуса, мәсәлән, борсолоу, ашҡаҙанға ҙур йоғонто яһай.
4. Кешенең образын һөйөү менән, уны ысынбарлыҡта үҙе булғаны өсөн һөйөү — икеһе ике төрлө нәмә.
5. Хыялдарыбыҙҙы яҙып ҡуйһаҡ, уларҙы анығыраҡ күҙ алдына килтерәбеҙ.
6. Һәр кешелә өс шәхес бар: үҙе үҙен нисек күргән, башҡалар уйлай торған һәм ысынбарлыҡтағы үҙе.
7. Хыялланыусы кешеләр йышыраҡ төш күрә һәм уларҙы иҫтә ҡалдыра.
8. Ғаилә һәм яҡын дуҫтар — бәхетле бала саҡтың иң мөһим сығанағы.
9. Йомшаҡ һәм тыныс тауыш менән һөйләүсе әңгәмәлә өҫтөнлөк итә.
10. Рәхмәт әйтә белгән кешеләр — иң бәхетле.
11. Даими ике телдә һөйләшеү Альцгеймер ауырыуы билдәләрен кисектерә ала.
12. Ғашиҡ булған кешенең ҡыланышы нервыһы ҡаҡшаған кешенекенә оҡшаш була.
13. Мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы — 30-50 минут уҡығандан һуң 10 минут тәнәфес яһау.
14. Бергә йырлаған кешеләрҙә ныҡлы эмоциональ бәйләнеш барлыҡҡа килә.
17.Йоҡо етмәү ярһыулыҡты һәм депрессия хәүефен арттыра.
18. Кеше бәҙрәфкә барғыһы килгәндә ҡарарҙы тиҙерәк ҡабул итә.