+24 °С
Ямғыр


Бер күнәк алманы таҙартып, ит турағыс аша 1 кг ҡара емеш йәки 1 кг курага менән үткәрергә. Бер нимә һалырға кәрәкмәй, бына шулай пакетка тултыраһың һәм морозилникта һаҡлайһың. Пирог бешергәндә тәменә ҡарап шәкәр ҡушырға кәрәк.
4 кг алма, 1 кг кураганы ит турағыс аша үткәрергә, 1 кг шәкәр ҡушып, бер сәғәт ҡайнатырға. Көймәһен өсөн болғатып торорға. Һыуынғас, стерилләгән банкаларға тултырырға һәм баҙҙа һаҡларға.