Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
18 Июль 2025, 06:13

Гортензияның төҫөн үҙгәртәбеҙ

Тағы бер ғәжәп күренеш - гортензия­ тупрағының кислоталылығына ҡарап төҫөн үҙгәртергә һәләтле.

Гортензияның төҫөн үҙгәртәбеҙГортензияның төҫөн үҙгәртәбеҙ
Гортензияның төҫөн үҙгәртәбеҙ

Тағы бер ғәжәп күренеш - гортензия­ тупрағының кислоталылығына ҡарап төҫөн үҙгәртергә һәләтле. Әгәр тупраҡ аҙ һелтеле булһа, сәскә алһыу төҫтә була, ә әсе мөхиттә улар зәңгәр йәки күк төҫкә инә.

Әгәр гортензияғыҙҙың ал­һыу сәс­кә ме­нән ҡыуандырыуын те­ләһәгеҙ, уға мар­ганцовка һибегеҙ. Ә зәңгәр төҫтө өҫ­төн күр­һәгеҙ, ҡыуаҡ аҫтына йомортҡа ҡа­бығын һәм ҡәһүә төпрәһен өҫтәгеҙ.

Шулай уҡ гортензияның төҫөн үҙгәртеү өсөн махсус ашламалар бар, мәҫәлән, алюминий сульфаты. Әммә уларҙы ҡулланыу ваҡыт үтеү менән тупраҡтың торошона кире йоғонто яһай алыуын иҫтә тоторға кәрәк. Шуға күрә баланс табыу һәм үҫемлектәрҙең һаулығы тураһында хәстәрлек күреү мөһим.

Әйткәндәй, ҡайһы бер баҡсасылар ҡыуаҡ аҫтына алюминий ҡалаҡ күмеп ҡуя. Әлбиттә, бер төн эсендә үҙгәреш бул­маясаҡ, әммә бер айҙан һуң баҡса­ғыҙ яңыса күренәсәк.

Автор:Дина Ишматова
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас