Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
7 Июнь 2025, 18:59

Гөлназ Ишемғолованан тәмле торт рецебы

"Төрлөсә бешереп ҡарағандан һуң, үҙемсә бер-нисә рецептты бергә ҡушып бешергәйнем, ныҡ-ныҡ-ныҡ тәмле килеп сыҡты. Йомшаҡ ҡына, ауыҙҙа иреп тора, йәймәләре йоҡа, кремы тәмле!"- ти уңған хужабикә.    

Гөлназ Ишемғолованан тәмле торт рецебыГөлназ Ишемғолованан тәмле торт рецебы
Гөлназ Ишемғолованан тәмле торт рецебы

Гөлназ Ишемғолова әленән- әле рецептары менән уртаҡлашып тора. Был юлы бик тәмле торт рецебын тәҡдим иткән.

"Ныҡ-ныҡ-ныҡ тәмле “Медовик” тортын бешерҙем тип яҙып фотоһын ҡуйыуға ни заман үтте, һаман рецебын яҙа алмайым. Төрлөсә бешереп ҡарағандан һуң, үҙемсә бер-нисә рецептты бергә ҡушып бешергәйнем, ныҡ-ныҡ-ныҡ тәмле килеп сыҡты. Йомшаҡ ҡына, ауыҙҙа иреп тора, йәймәләре йоҡа, кремы тәмле!

Шулай итеп, ҡамыр өсөн 2 йомортҡа, 2 ҡалаҡ шыйыҡ бал, ярты стакандан күберәк шәкәр, 2-3 стакан тирәһе он, 2 ҡалаҡ аҡ май, 1 балғалаҡ сода кәрәк буласаҡ.

Башта табаҡта йомортҡаны, шәкәрҙе, аҡ майҙы һәм шыйыҡ балды бутайбыҙ ҙа, яй ғына утта шәкәре иреп бөткәнсе болғап торабыҙ. Шунан сода һалып ебәрәбеҙ, ҡамыр ағарып, ҡабарып китә. Матур ғына булып! Тағын әҙерәк болғап торабыҙ әле. Күпме ваҡыт тип ней, унға тиклем һанаһағыҙ, самый ғына була)

Шунан был ҡатнашманы уттан алабыҙ ҙа, әҙләп кенә он һалып ҡалаҡ менән бутайбыҙ. Ҡапыл ҡулығыҙҙы тыҡмағыҙ, бешеп ҡуйырһығыҙ! Әҙерәк һыуынғас, ҡул менән баҫһағыҙ ҙа була. Шундай йомшаҡ ҡына ҡамыр килеп сыға, әҙерәк йәбешкәгерәк. Аҙаҡ мин ошо ҡамырҙы 9 өлөшкә бүлдем.

Баллы торттың ҡамыры йәтеш кенә йәйелә. Һәр бер йәймәне йоҡа ғына итеп йәйеп, пергамент ҡағыҙы һалынған табала духовкала бешереп алдым. Әйткәндәй, ҡағыҙҙы майланым. Йәймәләр тиҙ бешә, арлы-бирле иткәнсе 4-5 минутта әҙер була.

Бешеп сыҡҡан йәймәнең өҫтөнә тәрилкә һалып матурлап ҡырҡтым да, таҫтамал менән ҡаплап торҙом. Ҡурҡмағыҙ, йәймә һыуынһа ҡатып китә. Ҡайһы береһе һынһа ла, һис ҡурҡынысы юҡ. Шулай итеп туғыҙ йәймә бешереп алдым. Тәрилкә менән ҡырҡҡандан һуң ҡалғандарын блендер менән ваҡланым. Уларын аҙаҡ торт өҫтөнә һибәсәкмен.
Ә кремы мммм! Хәс ҡуйыртылған һөт һымаҡ килеп сыҡты!
2 йомортҡа, 2 ҡалаҡты саҡ ҡына өйөбөрәк он, бер стакан шәкәр, бер бәләкәй ҡап (7 гр тип яҙылған ине) ваниль шәкәрҙе башта бергә туғыным. Шунан ярты литр һөт ҡойҙом да ҡайнатырға ултырттым. Һис ялҡауланмай бутап торорға кәрәк. Ҡуйырғансы ҡайнатып газды һүндергәс, ярты ҡап аҡ май һалып бутаным.

Крем әҙер! Йәймәләрҙең араһын крем менән һылағас, тортты матурлап биҙәргә генә ҡалды. 4 сәғәт тирәһе ултырҙы ул табынға ҡуйғансы. Әгәр мөмкинлек бар икән, оҙағыраҡ та ултыртып ҡуйырға булалыр. Ауыҙҙа ирей инде бына! Бешереп ҡарағыҙ әле. Табын тирәләп ғаиләң менән сөкөрләшә-сөкөрләшә тәмләп сәй эсеүе - үҙе бәхет! Шулай бит, әхирәттәр!" - тип яҙған үҙенең яҙмаһында.

Әйҙәгеҙ, алдағы ял көндәрендә беҙ ҙә тәмле торт бешереп ҡарайыҡ! Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Фото һәм сығанаҡ: "Мөхәббәтле миҙгел" төркөмөнән

Автор:Миляуша Давлянова
Читайте нас