Даирә
+21 °С
Болотло
Төрлөһөнән
22 Апрель 2025, 04:07

Тәҙрә төбөнә стакан менән тоҙ ҡуйһаң...

Насар энергияны тотоп ҡала тиҙәр, тик уның практик яҡтан да файҙаһы ҙур. Ниндәй?     

Тәҙрә төбөнә стакан менән тоҙ ҡуйһаң...Тәҙрә төбөнә стакан менән тоҙ ҡуйһаң...
Тәҙрә төбөнә стакан менән тоҙ ҡуйһаң...

Ни өсөн тәҙрә төбөндә стаканға һалынған тоҙҙо тоторға кәрәклеген беләһегеҙме? Баҡһаң, аҡ кристалдар күп нәмәгә һәләтле икән.

Тоҙ хужалыҡта бик күп урында файҙаланыла. Был универсаль таҙартҡыс та, консервант та, ароматизаторҙар өсөн нигеҙ ҙә. Әммә түбәндәге кәңәш үҙенсәлекле.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: тоҙ һауаны артыҡ негативтан таҙартыу үҙенсәлегенә эйә. Тоҙ түгелеүе бәхәскә, тиҙәр. Сөнки иҙәнгә насар энергия тарала, тимәк, яҡшыны көтмә.

Тоҙҙо уңайлы һауытта — стаканда, кәсәлә йәки рюмкала, тәҙрә янында тотоу кәңәш ителә. Был өйгә урамдан үтеп ингән кире энергияны “тотоп ҡалырға” ярҙам итә.

Әммә тоҙҙоң тағы бер ғәмәли тәғәйенләнеше бар. Уның дымды һеңдереү үҙенсәлеген иҫкә төшөрәйек. Тоҙ һалынған стакан тәҙрәләрҙең боҫланыуынан еңел ҡотҡара.

Кристаллдар артыҡ дымды үҙенә һеңдерә, ул йыш ҡына быялаларҙа аш әҙерләгәндә йәки ямғырҙа барлыҡҡа килә. Тәҙрәләрҙә һыу тамсылары булмаясаҡ.

Бынан сығып, тоҙ рамдың резиналы өлөшөндә үңәҙ (плесень) барлыҡҡа килеүен булдырмаясаҡ. Бүлмә үҫемлектәре лә зыян күрмәйәсәк, әгәр улар шунда торһа, япраҡтар ҙа дымдан һаҡланасаҡ.

Автор фотоһы. 

Автор:
Читайте нас