

Сода аш-һыу бешергәндә генә түгел, көнкүрештә һәм төрлө дауа сараларында ла бик файҙалы. Бына уның ҡайһы берҙәре.
- Ҡоро йүтәл борсоғанда бер стакан йылы һөткә бер сәй ҡалағы аш содаһы һалып болғаталар һәм яйлап эсәләр.
- Конъюнктивит булғанда мамыҡты содалы һыуға манып күҙҙе һөртөп алалар.
- Ярты сәй ҡалағы соданы һыуға болғатып эсеү аритмия өйәнәген баҫа.
- Ярты сәй ҡалағы сода менән бер сәй ҡалағы тоҙҙо бер литр ҡайнар һыуға һалып болғаталар. Был ҡатышманы транспортта барғанда күңел болғанһа, ағыуланғанда һәр 5 минут һайын берәр аш ҡалағы эсәләр.
- Тирләгәндә содалы эретмә менән йыуыныу тир биҙҙәренең эшмәкәрлеген кәметә.
- Урт боҙолһа ла содалы эретмә менән сайҡатыу килешер.
- Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолһа бер стакан һөткә ике семтем сода һалып эсәргә була.
- Аяғы тирләгән кешегә аяҡ кейеменә сода һибергә ҡушалар.
- Ҡайнар һыу тултырылған ваннаға 100 грамм сода һалһағыҙ, һыу йомшарып китер.
- Ҡәһүә хуш еҫле булһын өсөн, уны ҡайната торған һыуға бер семтем сода һалығыҙ.
- Һыуытҡыста насар еҫ сыҡһа, уны сода ала. Тәрилкәгә сода һалып һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ.
- Һыуға аҙ ғына сода һалһағыҙ, кәбеҫтә менән фасоль тиҙ бешер.
- Серәкәй тешләгән урынға дымлы сода һөртөгөҙ.
Фото һәм сығанаҡ: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмө.