Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
11 Апрель 2025, 09:29

АУЫЛСА СЫР

Тиҙҙән, үлән сығып, һыйырҙар туйынып алһа, өй шарттарында сыр яһау мөмкинлеге тыуа. Һеҙгә тәмле лә, файҙалы ла сыр рецебы тәҡдим итәбеҙ.    

АУЫЛСА СЫРАУЫЛСА СЫР
АУЫЛСА СЫР

️2 кг эремсек (творог)
0,5 л һөт
3 йомортҡа
1 балғалаҡ (тултырмайса) сода
1 ҡалаҡ (тултырмайса) тоҙ
3 ҡалаҡ һары май

Кәстрүлгә 2 кг эремсекте һалғас, өҫтөн ҡаплағансы һөт ҡойорға. Ҡайнатырға ҡуйып, һыуы сыҡҡансы болғап торорға. Сывороткаһын һөҙөп, эремсекте суйын һауытҡа һалабыҙ. Шуға 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ тултырмайса сода, 1 аш ҡалағы тултырмайса тоҙ, 3 ҡалаҡ һары май һалып, ныҡ итеп болғарға. Ҙурыраҡ кастрүлдә һыу ҡайнатып, суйын кәстрүлде шуның өҫтөнә ултыртырға, йәғни пар өҫтөндә баяғы ҡатнашманы ҡайнатырға. Болғап торорға кәрәк. Һуҙыла башлағас, эмаль кәстрюлде майлап, шунда тигеҙләп һалабыҙ. Һыуынғас телеп ултыртырға матур булһын. Иҫән-һау эшләп ашағыҙ!

 

 

 

 

 

 

https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-04-10/auylsa-syr-4191421

 

Автор:
Читайте нас