Шағирә Тамара Юлдашеванан ифтарға бәлеш бәлеше рецебе. Һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ әле.
"Ифтарға алма-балан бәлеше әҙер. Әлхәмдүлилләһ.
Рецебын яҙ әле, апай, тиҙәр бит. Ябай ғына инде ул. Яҙам:
Бер литр тирәһе һөт йә кефир (бөгөн уларҙы бутаным), бер балғалаҡ тоҙ, бер балғалаҡтан күберәк сода, ярты стакан тирәһе үҫемлек майы, бер ике- өс ҡалаҡ аҡ май (һары май), он. Баҫабыҙ. Һалҡынға ҡуйып торабыҙ. Эслеккә дүрт-биш алма, бер ус йөҙөм, бер ҡуш ус балан әҙерләнем. Ҡамырҙы йәйеп табаға һалғас, башта алма һалдым, шунан йөҙөм һиптем, шунан балан менән матурланым. Өҫтөнән бер ике ҡалаҡтай ғына шәкәр ҡомо, унан һуң саҡ ҡына он һиптем. Шунан өҫтөн матурлап ябып, мейескә оҙаттым. Яп - ябай, үҙебеҙсә. Йомортҡа ла, дрожжи ҙа һалманым.
Мин инде күп йылдар ведическая кулинария тигән нәмә менән мауығам. Күп төрлө аш тәмләткестәр (специялар, пряностар) тотонам. Улар минең өсөн аш тәмләткестәр генә түгел, ә тотош философия. Уларҙы белергә, аңларға миңә Лидия апайым менән Әхиәр еҙнәмдең ҡыҙы Гөлшат мәрхүмә Хәкимова өйрәткәйне. Урыны йәннәттә булһын. Лидия апайымдың да, еҙнәмдең дә. Фәрештә кеүек кенә апайымдың, һеңлемдең йәндәре фирҙәүес баҡсаларына ирешһен, иншәАлла.
Шул, беҙҙең башҡорт кулинарияһы боронғо һинд, веда кулинарияһына бик оҡшаш. Сөсикмәкте генә ал, веда икмәге лә шул уҡ.
Бәлеш бешереү - ул күңел эше. Бисмиллаңды әйтеп, тынысланып, үҙе бер йән таҙарыныуы, сафланыуы һымаҡ ҡабул итәм мин уны.
Һеҙгә лә, дуҫтарым, туғандарым, ҡәрҙәштәрем, ҡорҙаштарым, илаһи шатлыҡтар насип булһын!
Хәйерле ураҙалар! Ҡәҙер төнөн эҙләү бөгөн үк башлана инде, былай көн матур, һил. Әлеге ваҡытта күк йөҙөндә, тәҙрәнән ҡараһам, бер болот әҫәре юҡ! Бәлки, мең кискә торошло ул ҡәҙерле кис тап бына бөгөндөр ҙә әле!" - тип яҙған шағирә үҙенең "Бәйләнештә" ге сәхифәһендә.
Сығанаҡ: Тамара Юлдашева