Был ҡамырҙан бәлеште һәр төрлө эслек менән бешерергә мөмкин. Мин башлыса тауыҡ ите менән картуф бәлеше, руссалап әйткәндә, “курник” бешергәндә ошо ҡамырҙы ҡулланам.
Тиҙҙән изге Рамаҙан айы башлана. Был ризыҡ ифтарға бына тигән тәмлекәс!
Шулай итеп, ҡамыр өсөн бер стакан йылы һыу, һеркә ярҙамында һүндерелгән бер балғалаҡ сода (аҙыраҡ та мөмкин), ярты стакан көнбағыш майы, бер балғалаҡ тоҙ, бер аш ҡалағы шәкәр ҡомо алына. Мин йомортҡа һалмайым.
Ҡамырығыҙ бер ял иткәнсе эслек әҙерләгеҙ. Уның өсөн тауыҡ итен эрерәк киҫәктәргә бүләм. Беҙ һөйәге менән яратабыҙ, сөнки шулай тәмлерәк килеп сыға. Һуғанды йәлләмәй һалам, төйөлгән ҡара борос, ваҡлап туралған картуф, “Адыгей тоҙо” өҫтәйем. Ҡамырҙы түңәрәкләп йәйеп, ваҡ бәлеш яһағанда һәр береһенең эсенә берәр киҫәк (шаҡмаҡ) аҡ май һалып ебәрәм.
180 градуста ашыҡмай ғына бешерәм. Бәлеш ауыҙҙа ыуалып ҡына тора, уға һурпа өҫтәргә кәрәкмәй, үҙе һурпаланып бешә. Иҫ киткес тәмле килеп сыға!
Ихтирам менән – Тәскиә апайығыҙ.