Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
7 Февраль 2025, 06:12

Милли байрамдар менән таныштыҡ

Сахай ауылының “Ромашка” балалар баҡсаһында “Балаларҙың танып бе­леү әүҙемлеген үҫтереү буйынса мәктәп менән күсәгилешлек. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында мәктәпкәсә белем биреүҙең федераль белем биреү программаһы шарттарында белем биреү сифатын мониторинглау” темаһы буйынса район семинары уҙҙы.

Милли байрамдар менән таныштыҡМилли байрамдар менән таныштыҡ
Милли байрамдар менән таныштыҡ

Сара барышында Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫте­реү институтының мәктәпкәсә һәм башланғыс белем биреү кафедраһы до­центы Эльвира Наил ҡыҙы Ильясова­ның йөкмәткеле сығышын тыңланыҡ. Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре кескәй­ҙәр төркөмөндә “Мөғжизәле сәйәхәт” һәм өлкәндәр төркөмөндә “Аулаҡ өй” уйындары ойошторҙолар. Бында улар төрлө-төрлө ҡыҙыҡлы уйындар аша балаларҙы милли байрамдар, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән таныштырҙы­лар.

Семинар юғары кимәлдә, йылы, дуҫтарса һәм ышаныслы мөхиттә уҙҙы.

Ошондай саралар кескәйҙәрҙе бер­ләштерә, тыуып үҫкән төйәгенә, туған теленә һәм халҡына һөйөү тәрбиәләй.

Наилә БӘҘРЕТДИНОВА, “Ромашка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор:
Читайте нас