Даирә
+21 °С
Болотло
Төрлөһөнән
30 Ғинуар 2025, 04:44

Йыйырсыҡтарҙан укол түгел, бына нимә ярҙам итә!

Йыйырсыҡтарға ҡаршы – крахмал

Йыйырсыҡтарҙан укол түгел, бына нимә ярҙам итә!Йыйырсыҡтарҙан укол түгел, бына нимә ярҙам итә!
Йыйырсыҡтарҙан укол түгел, бына нимә ярҙам итә!

Картуф йә кукуруз крахмалынан эшләнгән маскалар йыйырсыҡтарҙан ҡотолорға ярҙам итер.

Матурлыҡ өсөн яһалған уколдарҙан айырмалы булараҡ крахмалдың тирегә бер ниндәй ҙә зыяны юҡ.

Бер нисә еңел генә рецепт:

1 ҡалаҡ крахмалды йылы һыуҙа ебетергә, шуға туҡылған бер йомортҡа ағы һәм бер нисә тамсы лимон һуты ҡушырға.

1 сәй ҡалағы тоҙ һәм 1 аш ҡалағы крахмалды йылы һөттә бутҡа хәленә еткәнсе туҡырға, 1 сәй ҡалағы бал өҫтәргә.

Бер ҡалаҡ крахмалды шул уҡ күләмдә кефирҙа болғатырға, бер йомортҡа ағы ҡушырға. Был маска йыйырсыҡтарҙы ғына бөтөрмәй, биттең тонусын да күтәрә .

Берәр ҡалаҡ крахмал һәм иҙелгән бананға өй ҡаймағы өҫтәргә.

Маскалар таҙа биткә генә эшләнә һәм 30 - 40 минут тотарға кәңәш ителә. Уны аҙнаһына 3 - 4 тапҡыр эшләргә кәрәк.

 

https://kungak.ru/news/yort-usa-y/2025-01-26/yyyyrsy-tar-an-ukol-t-gel-byna-nim-yar-am-it-4097261

 

Автор:
Читайте нас