Йырсылар менән һөйләшкәндә кем дә булһа берәү Хәниә Фәрхи бешергән бәлештәрҙең тәме тураһында әйтмәй ҡалмай. “Бәлеште барыбыҙ ҙа бешерә, Хәниә апаныҡы бигерәк тә тәмле була ине”, - тиҙәр. Рәхмәт инде Әлиәгә, әсәйең бәлеш бешергәндә һин дә ҡарап, өйрәнеп торғанһыңдыр бит, уның рецебын хәтерләмәйһеңме тигәс, оҙаҡҡа һуҙмай ғына яҙып та ебәрҙе. Беҙҙең өсөн ҡәҙерле рецепт был, сөнки ул – Хәниә Фәрхиҙеке.
”Әсәйем бәлеште көнбағыш майы һалынған сөсө ҡамырҙан бешерә ине, - тине Әлиә. – Башта һауытҡа ике йомортҡа һыта, тоҙ һала, тигеҙ күләмдә һыу һәм һөт (беҙ ҙур бокал ала инек тә, уның яртыһына – һыу, яртыһына һөт һала инек), ярты бокалдан артығыраҡ көнбағыш майы һалып, ҡамыр баҫа.
Эсенә һыйыр ите менән ҡаҙ итен турай, икегә бүлеп ҡаҙҙың башын, ботон, ҡанаттарын һала, муйынын турап ҡуша. Аҙ ғына ҡаҙ майы ла иретеп һала. Һуған менән бәрәңгене ваҡлап турай, тоҙон, боросын һибә.
Бәлеште яһағас, һауаһы сыҡһын тип, уртаһына тишек ҡалдыра ине. Бәлеште башта ныҡ ҡыҙған – 200 – 220 градустағы мейескә тығабыҙ. Был – өҫтө кетерләһен өсөн. 20-30 минуттан мейесте ҡыҫабыҙ, 150 – 180 градуста ике сәғәт ярым, өс сәғәт бешерәбеҙ. Өҫтө көймәһен тип, әсәйем ҡамырҙан ҡапҡас яһап ҡаплай торғайны. Фольга ғына ябырға ла мөмкин, тик ҡамыр ҡапҡас менән тәмлерәк була кеүек.
Әсәйемдең рецебы бына ошолай. Бер ниндәй артыҡ сере лә юҡ”.
Хәниә апай әҙерләгәнсә итеп, уны иҫкә төшөрөп, һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ әле, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ. “Бигерәк тәмле!” – тиһәләр, “Хәниә Фәрхи рецебы буйынса бешерҙем”, - тиерһегеҙ.
Сығанаҡ һәм фото: “Сөйөмбикә” журналы.