Бәхетле ҡатын булыу серҙәре: Батшабикә булғың килһә, иреңде батша тип хис ит. Уны тыңларға өйрән.
Ир алдынан йүгереп барма. Ғаилә башлығы итеп күр уны. Мөһим мәсьәләләрҙе ир кеше хәл итһен.
Иреңде эштән яҡты йөҙ менән таҙа һәм ыҫпай кейемдә ҡаршы ал. Матур ҡатын алдында ирҙәр батырыраҡ, ихтирамлыраҡ, йомартыраҡ булып китә.
Ғауға ҡуптарыу, сәбәләнеү, үсегеү - йәмһеҙ күренештәр. Ҡатын-ҡыҙ тыныс һәм сабыр булһа, ир ҙә бушҡа янъял ҡуптармаҫ.
Иреңдән тиҙерәк ҡотолғоң килһә ашат та диванға һал, тигән әйтем бар. Ирегеҙ яратмаған йә уның организмына ярамаған аҙыҡтар әҙерләмәгеҙ. Һеҙҙең маҡсат - ирҙең ашҡаҙанын нимә менән булһа ла тултырыу түгел. Нәзәкәтле һәм файҙалы блюдолар әҙерләгеҙ.
Гел генә ирҙән бүләк һәм сюрприз көтөп ятырға кәрәкмәй. Күп ирҙәрҙә ундай ғәҙәт юҡ. Ҡатын-ҡыҙ үҙе өлгө булып торорға тейеш. Яйлап шунан ир ҙә өйрәнәсәк иғтибарлы булырға.
Ҡатын - ирҙең ғорурлығы. Ирегеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ, бигерәк тә уның дуҫтары алдында.
Ирҙең тормошон еңеләйтер урынға, ҡатмарлаштырып торған ҡатынға хөрмәт булмаҫ.
Эштән арып ҡайтҡан иргә ғаилә проблемаларын һөйләү кире һөҙөмтә генә бирәсәк. Уңайлы ваҡытты көтөгөҙ.
Үҙ ирегеҙҙе кешенеке менән сағыштырмағыҙ. Ул - һеҙ үҙегеҙ һайлап алған тормош юлдашы.
Ирҙең етешһеҙлектәрен кеше алдында тикшермәгеҙ. Үҙенә генә йомшаҡ итеп еткерегеҙ.
Кәрәк саҡта дуҫ та, һөйәркә лә, әсәй ҙә булығыҙ ирегеҙгә. Улар йәлләгәнде, маҡтағанды, һөйгәнде, башынан һыйпағанды ярата. Ирегеҙ һеҙгә ҡарата йомшаҡ булһын тиһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә йомшаҡ булығыҙ.
Өй һәр ваҡыт таҙа, ашарға һәр ваҡыт бешкән, ҡатын һәр ваҡыт бөхтә һәм яғымлы булһа, ир ҙә ҡәнәғәт һәм бәхетле тойор үҙен. Ҡайтырға атлығып торор.
Иреңдең туғандарын хөрмәт ит. Бер ҡасан да улар тураһында ғәйбәт йә насар һүҙҙәр һөйләмә.