Оҙайлы Яңы йыл байрамы уңған хужабикәләргә яҡындарын рәхәтләнеп төрлө ризыҡтар менән һыйлау мөмкинлеген бирә. Ишембай районынан Сәлимә Герасименко “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларын үҙенсәлекле салат эшләргә өйрәтә. Һүҙҙе уға бирәйек.
-Яҡынса бер күләмдә бешкән бәрәңгене, кишерҙе, йомортҡаны таҙартып, шулай уҡ сырҙы эре ҡырғыс аша үткәрәм. Маринадланған баллы бәшмәкте (опята) ваҡ ҡына итеп турайым. Артабан ҡоймаҡ өсөн ҡамыр әҙерләйем. Бының өсөн 3-4 йомортҡа, һөт, тоҙ, он ҡушып шыйыҡ ҡына ҡатнашма эшләйем, матур төҫ бирһен өсөн куркума ла ҡушып ебәрәм. Йоҡа ғына итеп ҙур булмаған ҡоймаҡтар бешергәс, уларҙы таҡтаға бер-береһен яртылаш ҡаплап оҙон итеп теҙәм, бер-береһенә тейгән урындарын иретелгән сыр менән йәбештерәм. Оҙон бер яғын тигеҙләп ҡырҡам. Һуңынан ҡоймаҡ өҫтөнә буйҙан -буйға рәтләп бәрәңге, бәшмәк, кишер, йомортҡа, сырҙы һалам һәм , төргәк итеп урайым. Төрөлгән ҡоймаҡты тигеҙ яғы менән тәрлинкәгә ултыртып ҡуям. Өҫкө яғын укроп, бәшмәк менән биҙәп ебәрәм, тәмле лә, матур ҙа килеп сыға, - тип һөйләне уңған ханым.
Фото: Сәлимә Герасименконыҡы.