Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Ноябрь , 09:14

Тауыҡты нисек ҡышлатырға?

"Һарай ныҡ ҙур, шуға ҡош-ҡортҡа һыуыҡҡа тура килә. Етмәһә, быйыл алған тауыҡтар ныҡ ҙурайып өлгөрмәне..." Ошондай үтенескә төрлө кәңәштәр бирҙеләр. Ҡош-ҡортон теплицала ҡышлатыусылар ҙа бар икән. 

Тауыҡты нисек ҡышлатырға?
Тауыҡты нисек ҡышлатырға?

“Хәҙер, олоғайғас, һыйыр, ваҡ мал аҫрамайбыҙ, тауыҡ ҡына көтәбеҙ. Һарай ныҡ ҙур, шуға ҡош-ҡортҡа һыуыҡҡа тура килә. Етмәһә, быйыл алған тауыҡтар ныҡ ҙурайып өлгөрмәне, өс ай булып килә. Нисек өшөтмәй генә ҡыш сығарырға икән?

Фәниә.”

“Бәйләнештә” сайтындағы “Яуап бар. Файҙалы кәңәштәр” төркөмөндә ҡуйылған ошо һорауға уңған хужа һәм хужабикәләр бына ниндәй яуаптар тәҡдим итте.

“Минең һарай 7х8 метр. Бер мөйөшөн пеноплекс менән йылытып, эстән поликарбонат менән бүлдем, таҡта иҙән йәйҙем. Йылыта торған ҡыҙыл лампочка элдем, үтә ныҡ һыуыҡ көндәр осрағына тип, электр йылыткыс та элеп ҡуйҙым. Тауыҡтар һәйбәт ҡыш сыға, ҡыш дауамында һирәкләп йомортҡа ла һала. Был йылы ояның ҙурлығы  3,5х3,5 метр. 10 тауыҡ менән бер әтәскә урын етә”, – тип яҙҙы Фәнир Малбаев атлы уҙаман.

Гөлминаз Кәримова ҡош-ҡортто теплицала ҡышлатыу алымы менән уртаҡлашты. Ул теплицаһының бер өлөшөн тауыҡ кетәге кеүек итеп йыһазландырған: бүлеп, йылыны тотҡан материал менән көпләгән, төнәктәр яһаған. “Ҡош-ҡорттоң тәпәйе өшөмәһен өсөн иң мөһиме аяҡ аҫтында түшәк ҡалын, йылы, ҡоро булырға тейеш. Мин “Любисан” тигән порошок ҡушып һибәм, ул урын-ерҙе ҡоро тота. Ун көн һайын һәнәк менән болғап, бер стакан порошок, бесән вағы өҫтәйем. Инфраҡыҙыл лампа ҡуйғанмын, ныҡ һыуыҡ көндәрҙә йылытҡыс тоҡандырып алам. Ашатыуға килгәндә, иртәнсәк “ПК-1” ҡатнаш аҙығы, мул итеп йылы һыу бирәм, кискелеккә – бойҙай (ул энергия бирә, организмда йылыны тота). Шулай уҡ көнбағыш, ярҙырылған борсаҡ һәм һоло ашатам. Алдарында һәр ваҡыт ҡом ҡатыш ваҡ ҡырсынташ, ҡабырсаҡ онтағы, ағас тартмала көл була”, – тигән кәңәштәре менән уртаҡлашты хужабикә.

“Яуап бар. Файҙалы кәңәштәр” төркөмөндәге мәғлүмәттәргә таянып әҙерләнде.

Фото: clients-cdnnow.ru

Автор:
Читайте нас: