Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Октябрь , 11:34

Ришат Төхвәтуллин кәләшенә "миллион роза" бүләк иткәнме?

Сәскә букеттары шул тиклем күп, улар хатта ярты бүлмәне тултырып ултыра.    

Ришат Төхвәтуллин кәләшенә "миллион роза" бүләк иткәнме?
Ришат Төхвәтуллин кәләшенә "миллион роза" бүләк иткәнме?

Әлиә Ҡарасуринаға Ришат Төхвәтуллин иҫ киткес матур сюрприз яһаған- ҡатынына әллә нисә бәйләм ҡып-ҡыҙыл роза сәскәләре бүләк иткән. Сәскә букеттары шундай күп, улар хатта ярты бүлмәне тултырып ултыра. "Ришат, шаҡ ҡатырҙың", -тип яҙған бәхеттән балҡыған Әлиә социаль селтәрҙә.

Яҙылыусылар ҙа Әлиәнең һүҙҙәренә ҡеүәт өҫтәгән. "Иҫ киткес, был сәскәләр янынан китеп тә тормайһыңдыр", "Ысын ғашиҡ ир-ат ҡына эшләй ала быны", "Миллион роза барҙыр бында", "Ришат ысын ир- ат икән",  -тип яҙғандар һәм гел шулай бәхеткә күмелеп йәшәүен теләгән улар.

"Миллион роза"лар араһында Әлиә үҙе лә бер сәскә кеүек ултыра.

Фото һәм сығанаҡ: "Интертат"

Автор:
Читайте нас: