Ейәнсуранан Гүзәл Итбаева даими рәүештә үҙе бешергән тәмлекәстәрҙең рецептары менән бүлешә. Был юлы ул беҙгә ябай, әммә бик тәмле кекс бешерергә өйрәтә.
"Ә хәҙер рәп-рәхәт кенә, ябай ғына рецептар менән кекс бешереп алайыҡ.
1-се рецепт:
1 ҡап аҡ май, 1 стакан шәкәр, 3 йомортҡа, 1 стакан ойоған һөт, һүндерелгән аш содаһы, семтем тоҙ, бер ус йөҙөм. Барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа, формаларға һалып духовкала бешерәбеҙ.
2-се рецепт:
1 ҡап эремсек (минеке ауылдыҡы), 0,5 стакан көнбағыш майы, 2 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, һүндерелгән аш содаһы, семтем тоҙ, бер ус йөҙөм. Сода урынына хәҙергесә ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель) һалырға мөмкин. Ингредиент нормаларын шулай уҡ үҙегеҙсә үҙгәртергә була (шәрбәтле, йөҙөмһөҙ, башҡа емештәр, ванилин һ.б.)
Сәйҙәребеҙ тәмле, үҙебеҙ һау-сәләмәт булайыҡ!" - тип яҙа ул.
Һеҙ ҙә кекс бешереп ҡарағыҙ әле. Ысынлап та бик тәмле килеп сыға.
Фото һәм сығанаҡ: "Үҫәргәндәр ере - Ейәнсура"
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2024-10-28/g-z-l-itbaevanan-bushlay-retsept-3986667