-4 °С
Болотло
Кәбеҫтә бәлеше рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Уның әҙерләү өсөн ярты килограмм кәбеҫтә, 100 грамм аҡ май, ҡамыр өсөн 3 йомортҡа, 5 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 3 аш ҡалағы майонез, ярты ҡалаҡ тоҙ, 6 аш ҡалағы он һәм 2 ҡалаҡ ҡамыр йомшартҡыс кәрәк.
Кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп турап, тәрән табаға һалырға. Майҙы тураҡлап, табала иретәбеҙ һәм кәбеҫтә һалып ҡыҙҙырабыҙ. Шул арала ҡамыр әҙерләйбеҙ: йомортҡаларҙы туҡып, ҡаймаҡ, майонез, он, ҡамыр ҡабартҡыс, тоҙ ҡушып яҡшылап бутайбыҙ.
Һуңынан бешкән кәбеҫтәне ҡамырға һалып бәлеш эшләйбеҙ ҙә духовкала бешерәбеҙ. Бешереү ваҡыты 30-40 минут тирәһе.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Фото: телеграм