Миәкә районының Сурай ауылынан аш-һыуға оҫта ханым Гөлсиә Ғәлләмова нимәгә тотонһа ла, ризыҡтары уңып бешә. Тәмле генә түгел, файҙалы ла булһын, тигән фекерҙә ул. Был юлы “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларын эремсекле десерт бешерергә өйрәтте.
-Ярты килограмм ҡуйы эремсек алам, шуны блендер менән бутағас, уға ярты стакан тирәһе шәкәр өҫтәп, йәнә блендер менән туғыйым. Артабан 20 грамлы бер пачка желатинды ярты стакан һыуыҡ һыуға һалып болғатып ҡуям, 10-15 минут торғандан һуң ул бүртә. Шуны 10-15 секундҡа микротулҡынлы мейескә тығып алам. Иреп бөткән желатинды һуңынан эремсекле массаға һалам. Блендер менән туғығас, печенье бешерә торған формаларға һалам. Аҙаҡ ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк, эремсекле десерттар шул формаларҙы ала. Матур ғына түгел, бик тәмле һәм файҙалы ризыҡ килеп сыға. Һәр табынды йәмләп тора ул. Тағы ла бер үҙенсәлеге бар. Формаларға һалғансы әҙер массаға иң һуңынан йөҙөм, курага кеүек емештәрҙе лә ҡушып ебәрергә мөмкин. Был да ризыҡтың тәмен байытып ебәрә, - тип һөйләне Гөлсиә апай.
Һеҙҙә лә лә ошондай тәмлекәстәрҙе эшләп ҡарау теләге уянғандыр, моғайын.Әйҙәгеҙ, кемдеке тәмлерәк килеп сығыр икән?
Гөлсиә Ғәлләмова фотоһы.