Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Октябрь , 15:25

Балан ҡатығы әҙерләгеҙ!

Уңған хужабикәләр баландан ниндәй генә аш-һыу әҙерләмәй!? Бәлеш, ҡайнатма, компот һәм башҡалар. Ә бына балан ҡатығы тигән ризыҡты күптәр белеп тә етмәйҙер. Ҡатыҡ тигәс, тәүге тапҡыр күргән кешеләр һөт ҡушып эшләнгән ризыҡты көтә. Ә быға ул бөтөнләй ҡушылмай. Бары тик ҡатыҡ кеүек ҡуйы булған өсөн был ҡайнатма төрө балан ҡатығы тип атала икән. Рецебы сайтта:

Балан ҡатығы әҙерләгеҙ!
Балан ҡатығы әҙерләгеҙ!

1. Ҡайнатма өсөн балан емешен тиреп алып, һалҡын һыу менән сайырға кәрәк.
2. Суйын һауытҡа емеште һалғас,өҫтөн аҙ ғына ҡапларлыҡ итеп һыу ҡойорға. Ҡапҡас менән ҡаплап, талғын утта бер сәғәт тирәһе бешерергә.
3. Балан бешкән арала эҫе һыу менән йыуып, артыҡ ваҡ итмәй генә турарға. Кемдәр ярата, йөҙөм, кипкән ҡара емеш, өрөк һалырға мөмкин.
4. Бешкән баланды иҙеп, тишекле сүмес йә иләк аша һутын һығып алырға кәрәк.
5. Һутты суйын кәстрүлгә ҡойоп, күрәгә һалып, 10 минут тирәһе ҡайнатырға.
6. Тәменә ҡарап шәкәр һалырға, тағы ла талғын утта 20 минут бешерергә.
Сәй табыны өсөн үҙенсәлекле ҡайнатма әҙер. Уны һыуытҡыста һайларға кәрәк, сөнки тиҙ әсеүсән.

 

 

 

https://aulut.ru/news/common_material/2024-10-10/balan-aty-y-erl-ge-3962916

 

Автор:
Читайте нас: