Даирә
+24 °С
Ямғыр
Төрлөһөнән
30 Сентябрь 2024, 07:37

Сәс ҡойолмаһын өсөн

Сәстәрҙе ҡойолоуҙан һаҡларға һуған ҡабығы ярҙам итер.

Сәс ҡойолмаһын өсөнСәс ҡойолмаһын өсөн
Сәс ҡойолмаһын өсөн

 Бер литрлыҡ банкаға һуған ҡабығын тултырырға һәм  бер ҡап ҡәнәфер (гвоздика) һалып, өҫтөнә сыҡҡансы араҡы ҡойорға.  Даими рәүештә болғатып тороп, 10 көн ҡараңғы урында тоторға.  Сәсте йыуыр алдынан  тамырҙарына ошо төнәтмәне һөртөргә.  Һуңынан полиэтилен  ҡапсыҡ менән ҡаплап, башты таҫтамал менән урарға. Ике-өс сәғәттән һуң сәсте йыуырға мөмкин.  Бер нисә тапҡыр ошо процедураны ҡабатлағандан һуң, сәсегеҙҙең ҡойолоуы кәмер, улар ҡуйырып, матурайып китер.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
 
 
 
Йәшлек гәзитенән.
Автор:
Читайте нас