+24 °С
Ямғыр
Файҙалы кәтлит
Ингредиенттар: 800 г тауыҡ фаршы, бик ҙур булмаған 1 баш һуған, 1 кишер, 1 ташҡабаҡ, 100 г дөгө, 1 йомортҡа, тәменсә тоҙ, баллы паприка, кипкән һарымһаҡ.
Һуғанды ваҡ итеп турарға, кишерҙе ҡырырға һәм икеһен бергә йомшарғансы ҡыҙҙырып алырға.
Дөгөнө ҡатыраҡ итеп бешерергә. Ташҡабаҡты эре ҡырғыстан ҡырып, һыуын һығырғаа.
Шунан бөтөн ингредиенттарҙы ҡушып яҡшылап болғатырға.
Кәтлиттәр яһап, 180 градуслы мейескә 25–30 минутҡа тығып алырға.