+3 °С
Болотло
Сөгөлдөр уңышын йыйып алғанһығыҙҙыр? Уны ҡайҙа ҡуйырға белмәһәгеҙ, ҡышҡылыҡҡа икра яһарға тәҡдим итәбеҙ.
Кәрәк була: өс сөгөлдөр, бер баш һуған, ике аш ҡалағы томат пастаһы, тоҙ, борос, дүрт аш ҡалағы үҫемлек майы.
Әҙерләү: сөгөлдөрҙө терка аша үткәрегеҙ, һуғанды ваҡ итеп турағыҙ. Табаға май һалып, һуған менән сөгөлдөрҙө бергә ҡыҙҙырығыҙ. Шунан табаға 50-70 мл һыу һалып, томат пастаһы, тоҙ, борос өҫтәгеҙ һәм барыһын бергә бутағыҙ. 15 минут дауамында һүрән утта томалап бешерегеҙ һәм икра әҙер.