Бының өсөн таҙа һауытҡа етерлек тоҙ, 2 литр күләмендә һыу һалып ҡайнатырға кәрәк. Һыу ҡайнап сыҡҡас, унда бәшмәктәр һалына, бешкән ваҡытта бүленгән күбек йыйыла. Бәшмәкте төрөнә ҡарап бешерәләр. Аҡ, майлы бәшмәк, уҫаҡ, ҡайын, көләпә бәшмәктәре кәмендә 20 минут бешерелә. Баллы бәшмәккә әҙер булыу өсөн 25 минут талап ителә.
Һары бәшмәктәрҙе маринадлау алдынан 1% тоҙло һыуҙа бешереп, һыуын түгеп, ҡабаттан 3-4% тоҙло һыуҙа ҡайнаталар. Бешергә 3-5 минут ҡалғас, тәмләткестәр өҫтәйҙәр, ә инде бешкәс, алдан әҙерләнгән аш һеркәһе өҫтәлә. Бәшмәктәр тулыһынса кәстрүлдең төбөнә төшөп бөтөп, тоҙло һыуҙың күбеге күренмәй башлағас, әҙер тип һанала.
1-се ысул: 1 кг бәшмәк, ярты стакан аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, 3 лавр япрағы, 6 бөртөк ҡара борос, 2 бөртөк ҡәнәфер кәрәк.
Йыуылған, таҙартылған бәшмәктәрҙе ҡайнар маринадҡа һалып, 15-30 минут ҡайнатырға. Бүленгән күбекте һөҙөп торорға.
Бәшмәк һалынған банкалар 15-20 минут стерилләнә. Банкаларҙы герметик рәүештә япмай ғына һыуытҡыста һаҡларға мөмкин. Бының өсөн бәшмәктәр өҫтөнә мул ғына итеп үҫемлек майы ҡойоп, полиэтилен ҡапҡастар менән ябыу ҙа етә.
2- се ысул: Бәшмәктәрҙе 50 г тоҙ, 2 г лимон кислотаһы һалынған 1 литр һыуҙа бешерергә. Бынан һуң уларҙың һыуын түгеп, банканың өстән бер өлөшөн тултырғансы һалырға.
Маринад шулай эшләнә: ярты литр һыу, 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, 6 бөртөк хуш еҫле борос, ҡәнәфер, дәрсен (корица), 3 г лимон кислотаһын ҡайнатып, уға тағы ла 5 ҡалаҡ 5 % һеркә өҫтәп, ҡабат утҡа ҡуйырға. Ошо маринад бәшмәкле банкаларға ҡойола һәм стерилләнә.
Башҡортостан календарынан.
https://vatandash.ru/news/eda_i_sovetu/2024-08-12/b-shm-k-marinadlau-3881725