Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Август , 09:13

Рәхимә Мусина чурчхела эшләргә өйрәтә

"Уйлап ултырам әле: чурчхела тип әйтеүе бигерәк яйһыҙ, ниндәй башҡортса исем бирергә була икән был ризыҡҡа?"

Рәхимә Мусина чурчхела эшләргә өйрәтә
Рәхимә Мусина чурчхела эшләргә өйрәтә

Әбйәлил районында йәшәгән Рәхимә Мусинаның белмәгән эше юҡ: әле ул күҙҙең яуын алыр биҙәүестәр эшләй йә булмаһа ҡаҡ ҡоя, әле килеп чурчхела эшләп ҡараған. Уның яҙмаһын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

"Был әйтеүгә ауыр тәмлекәстең исемен быйыл, үҙем эшләй башлағас ҡына иҫтә ҡалдырҙым әле: ЧУРЧХЕЛА. Тәүге тапҡыр 2018 йылда Абхазияға барғанда ауыҙ иткәйнем. Бөтә туристарҙың да күстәнәскә яратып һатып алған ризығы тип уйлайым. Матур итеп, күҙ ҡыҙҙырып, урам тултырып элеп бөтәләр бит инде уларҙы.

Аҙаҡ үҙем эшләп ҡарарға ҡыҙығып, интернеттан рецебын да өйрәнгәйнем, тик сәтләүектәрҙе епкә теҙеп элеп, өҫтөнән ҡат-ҡат һут ҡойоп ултырыу мәшәҡәтенән ҡасып тотонманым. Быйыл башымда чурчхеланы сушилкаға йәйеп һалып эшләү идеяһы тыуҙы. Үҙенә күрә бер "ялҡау чурчхела" килеп сыҡты.

Эшләп ҡарағыҙ — үкенмәҫһегеҙ. Быйыл емеш-еләк юҡ тимәгеҙ. Уның өсөн магазин һуты (сок), хатта һөт тә бара, шуға ҡыш буйы эшләп ашарға була. Мин һутты баҡса еләгенән үҙем яһаным. Бер кило еләккә бер литр һыу ҡойоп ҡайнаттым да һөҙөп алдым.

Рецебы шундай: бер литр һутҡа 100 грамм кукуруз крахмалы йә юғары сортлы он, 200 мл һыу, шәкәр (үҙең теләгәнсә), 200 грамм сәтләүек алаһың.

Һутты кәстрүлгә ҡойоп ныҡ итеп эҫетәһең, уға алдан һыуға иҙеп әҙерләгән крахмалды (шәкәр ҙә шунда була) ҡояһың да болғай-болғай кисель хәленә еткерәһең. Хәҙер алдан ваҡлап ҡуйылған сәтләүекте өҫтәп болғатаһың да, утты һүндереп, 15-20 минут тирәһе массаның һыуына биреүен көтәһең. Инде батмустарға ҡойоп сушилкаға (духовкаға) оҙатһаң да була. Чурчхела пастилаға ҡарағанда тиҙерәк кибә (4-5 сәғәт тирәһе).

Минең чурчхелам абхаздарҙыҡынан да, төрөктәрҙекенән дә тәмлерәк килеп сыҡты. Уларҙыҡы ҡатҡан була икән. Эшләгән ыңғайы тәмле, ята бирһә ҡата башлай, тәме ҡайтышлана. Бешеренеү ҡағыҙына төрөп һаҡларға кәрәк.

Уйлап ултырам әле: чурчхела тип әйтеүе бигерәк яйһыҙ, ниндәй башҡортса исем бирергә була икән был ризыҡҡа?" - тип яҙған Рәхимә Мөхөтдин ҡыҙы.

Ә һеҙ был тәмлекәскә ниндәй исем бирер инегеҙ? Тәҡдимдәрегеҙҙе яҙығыҙ әле.

Фото һәм текст сығанағы: Рәхимә Мусина

 

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2024-08-10/r-him-musina-churchhela-eshl-rg-yr-t-3879487

 

Рәхимә Мусина чурчхела эшләргә өйрәтә
Рәхимә Мусина чурчхела эшләргә өйрәтә
Рәхимә Мусина чурчхела эшләргә өйрәтә
Рәхимә Мусина чурчхела эшләргә өйрәтә
Автор:
Читайте нас: