Зәңгәр күлдең тәбиғәте лә үҙенсәлекле
Район биләмәһендә тәбиғәт ҡомартҡыһы – Зәңгәр күл булыуы хаҡында ишетеп белә инем, әммә ошоға тиклем уны барып күреү мөмкинлеге эләкмәне. Даими килә һалып яуып киткән ямғырға ла ҡарамайынса, был ялдарҙа шул тәбиғәт мөғжизәһен барып күреп ҡайтырға тигән маҡсат ҡуйып, юлға сыҡтыҡ.
Иҫке Муса ауылын үтеп, трасса аша сығыу менән, гүйә икенсе донъяға килеп сыҡҡандай булаһың. Бында ҡая- таштар, йәшеллеккә сумған бейек тауҙар ҡаршы ала. Яңы Муса ауылы тирәһендәге тәбиғәт иҫ китмәле икән дә!
Күп тә үтмәйһең, үҙенең зәңгәрлеге менән дан алған күлгә килеп тә етәһең. Көн ярайһы ғына һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, күлдә һыу инеүселәр байтаҡ. Күлдән йыраҡ түгел генә “Зәңгәр күл” ял итеү комплексы урынлашҡан. Һәр теләгән кеше унда ял итеү, мунса инеү, төрлө процедуралар алыу мөмкинлегенә эйә. Бында халыҡ бер-бер артлы ағылып ҡына тора.
Башҡорт Википедияһынан билдәле булыуынса, Зәңгәр күл Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы статусына эйә. Ул һаҡлауға алынған тәбиғәт объекты. Майҙаны – 400 кв.м. Карст убылыу сәбәпле барлыҡҡа килгән. Ярҙары бейек булмаһа ла, текә. Күлдең эргәһенән Үҙән йылғаһы аға. Зәңгәр күлгә бер ниндәй ҙә йылға ҡоймай, ә күлдән ағып сыҡҡан һыу 90 м тирәһе аҡҡандан һуң Үҙән йылғаһына ҡоя.
Күлдең исеме һыуының зәңгәрлегенә ҡарап бирелгән. Ләкин был күктең зәңгәрлеге сағылыуҙан түгел, һыу аҫтындағы зәңгәр балсыҡтан. Ә яр буйындағы балсыҡты алһаң, ул ҡара төҫтә була. Зәңгәр балсыҡ та, ҡараһы ла шифалы. Балсыҡтан һиҙелер-һиҙелмәҫ көкөртлө водород еҫе аңҡый.
Күл янындағы тәбиғәт тә үҙенсәлекле. Әйтерһең, Зәңгәр күлде Башҡортостандың бар тәбиғәте килеп ҡосҡан. Бер яғына тау, тау башында урман, ҡаялар, мәмерйәләр килеп баҫһа, икенсе яғына йылға ағып килгән һәм ялан-баҫыуҙар түшәлгән.
Тәбиғәттә ял итергә яратҡан туристар күл буйында төнгөлөккә ҡунырға ҡалмайҙар. Быға, бәлки, йомрандарҙың күплеге, уларҙың кешеләрҙән ҡурҡмай ер өҫтөнә сығып ҡарап баҫып тороуҙары сәбәптер. Ләкин ҡараңғы төшкәндә лә күлде күҙәтеү ҡыҙыҡлы. Көндөҙ күренмәгән пар, ҡараңғыла ҡурҡыныс томан булып күл өҫтөнән төрлө яҡҡа күтәрелә.
Розалия ҒӘЛИЕВА.
Автор фотоһы.
Радий ХӘБИРОВ,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
- Кешеләр уңайлы мөхиттә ғүмер итһен, ялдарын файҙалы уҙғарһын өсөн беҙҙең яҡтан барыһы ла тормошҡа ашырыла, был тәңгәлдә бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡ. Башҡортостандың уникаль туристик потенциалы бик ҙур. Башҡортостан туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы өлкәһендә лидерҙарҙың береһенә әүерелә бара.
Илмира ҒӘЛИӘХМӘТОВА, йәмәғәтселек фекере лидеры:
- Зәңгәр күл – элек-электән күптәрҙең яратҡан урыны. Ғәҙәттә, уны бер тапҡыр килеп күргәндәр, бында тағы ла килергә ашҡынып торалар, сөнки күлдең шифалы һыуы ла, тәбиғәте лә үҙенә тарта. Уҙған йыл баш ҡалаға яҡын ғына урында халыҡҡа ял итер өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған ял итеү комплексы булдырылды. Уның ыңғай яҡтары бихисап. Иң мөһиме – бында спиртлы эсемлектәр ҡулланыу тыйылған. Шулай уҡ машиналарҙы күлгә яҡын үткәрмәйҙәр. Шуға күрә күлдең тирә-яғы йәшеллеккә күмелде. Тәбиғәт машиналарҙан, сүп-сарҙан, усаҡтарҙан ял итеп ҡалды. Тағы ла бер ыңғай күренеш – тиҫтәнән ашыу кешегә яҡшы хеҙмәт хаҡы менән эш урындары булдырылды. Хатта, студенттарға, оло класс уҡыусыларына ла өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеге тыуҙы. Тиҙҙән был яҡтағы юлдар ҙа тәртипкә килтерелер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.