Еңел генә эшләнгән десерт рецебы тәҡдим итәбеҙ. Еләкле генә, ҡаймаҡлы ғына был тәмлекәс һәр табындың йәме буласаҡ.
Бының өсөн 2-3 сәй ҡалағы желатин, 250 мл ҡайнап һыуынған һыу, 0,5 литр ҡаймаҡ, ярты стакан шәкәр, самалап төрлө емеш-еләк кәрәк буласаҡ.
Был торт-желеға бер төрлө генә емеш йәки бер нисә төрлөнө бергә һалырға ла мөмкин. Груша, банан, слива, шафталы кеүек эре емештәрҙе турап, ә ҡарағат, баҡса, ер, ҡурай еләген бөтәүләй һалабыҙ.
Эш барышы
Желатинды эмаль һауытҡа һалып, ҡайнап һыуынған һыу ҡойоп, 40-60 минутҡа ҡалдырырға. Ул йомшарып ҡабарғас, болғай-болғай иретеп, ҡайнау хәленә еткерергә, тик ҡайнатмаҫҡа!
Аҙ ғына һыуынғас, ошо массаға шәкәр һәм ҡаймаҡ ҡушып, яҡшылап болғарға һәм емештәрҙе өҫтәргә. Силикон, быяла йәки башҡа төрлө һауыттарға һалып, 3-4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Тортты креманка, кәсә кеүек һауыттарға айырым порция итеп эшләргә лә мөмкин.
Әгәр аш-һыу әҙерләгәндә желатин ҡулланмаһағыҙ, агар-агар ҡушырға мөмкин. Шулай уҡ матур, тәмле ризыҡ килеп сығасаҡ.
Аштарығыҙ тәмле, табынығыҙ йәмле, кәйефтәр күтәренке булһын!
Фотолар авторҙыҡы һәм "Бәйләнештә" селтәрендәге "Аш-һыу" төркөмөнән.