Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
1 Август , 09:11

Август айына халыҡ һынамыштары

Урағайҙың һәм көҙ башының нисек килерен 2 августағы һауа торошона ҡарап һынағандар. Әгәр был көндә ҡоро булһа... 

Август айына халыҡ һынамыштары
Август айына халыҡ һынамыштары

1 августа ямғыр яуһа – көҙ илаҡ, ҡоро булһа – көҙ тыйнаҡ.

2 августа көн ҡоро булһа, алты аҙна буйы шул һауа торошо һаҡланыр. Әгәр ямғыр яуһа – алты аҙна тотош ямғырға.

3 августа көнө буйы йәшенләп ямғыр яуһа, боҙборсаҡ та көтөгөҙ.

4 августа киске томан ер өҫтөнә йәйелһә, көндәр эҫе торасаҡ.

Бишендә күктә ҡаурый һымаҡ болоттар күренһә, көндәр һалҡынайта.

Алтыһында кәкүк түбәндән осһа – ямғырға.

Етеһендә иртә һыуыҡ булһа, ҡыш та шундай булыр.

Имән сәтләүеге күп булһа, йыл уңышлы килер.

10 августа ҡырмыҫҡалар ояһын ҙурайта башлағанын тап итһәгеҙ, тимәк, ҡыш иртә һәм һыуыҡ килер.

11 августа өлгөргән һоло икенсегә йәшелләнһә, көҙ ямғырлы булыр.

Һауа бөркөү, томра торһа, себен-серәкәй әсе тешләшһә – ямғырға.

13 августа ямғыр алдынан йәйғор ҡалҡһа, көн оҙаҡҡа боҙолор.

14 август ниндәй булһа, 28-ҙе лә шундай булыр.

Ун бишендә ел төшкә ҡәҙәр ҡояш ыңғайына әйләнеп, төштән һуң киреһенсә боролһа – аяҙ көндәргә ишара.

17 августа ниндәй һауа торошо торор – ноябрь ҙә шундай булыр.

18 августа көндөҙ аяҙ булып, кискә табан болоттар ҡуйырһа, һауа торошо боҙолор.

19 августа көн нисек – ғинуар шулай килер.

20 августа иртән күтәрелгән томан ҡояш ҡалҡҡас таралып бөтһә, көндәр яҡшы торор.

Егерме берендә көслө ел ҡалҡһа, аҙна-ун көн тирәһе елле булыр.

23 августа йылға-күлдәр өҫтө тыныс торһа, ҡыш буранһыҙ килер. Көн уртаһында тулҡын күренһә, ҡыш һыуыҡ булыр.

24 августа ҡояш ҡалҡҡанда ямғыр яуһа, ул бер нисә көнгә һуҙылыр.

Егерме бишендә ямғыр яуһа, әбейҙәр сыуағы ҡыҫҡа булыр. Йылы һәм аяҙ булһа – аҡ бәшмәк уңыр.

Августа төндә ябалаҡ ҡысҡырһа, һауа торошо үҙгәрә.

27 августа йомшаҡ ел иҫһә – аяҙ көнгә. Ел көслө булһа, сентябрь һалҡын һәм ямғырлы килер.

28 августа көн матур торһа, 13-21 сентябрҙә ямғырлы булыр.

29 августа торналар йылы яҡҡа китеп бөтһә, 14 октябргә һалҡын булыр.

Автор фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
 
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: