Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Июль , 15:32

Һуған менән һарымһаҡты йыйырға ваҡыт етә

Агроном уларҙы ерҙән алырға тейешле көндө билдәләне.    

Һуған менән һарымһаҡты йыйырға ваҡыт етә
Һуған менән һарымһаҡты йыйырға ваҡыт етә

Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Гөлшат Хәббуллина кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

- Уңышты йыйыр алдынан түтәлгә һыу ҡойоуҙы тулыһынса туҡтатырға кәрәк. Был һарымһаҡта бәшмәк микрофлораһының үҫешен туҡтата, сереүгә ирек бирмәй. Йәй былай ҙа ямғырлы. Һарымһаҡты ҡоро һәм ҡояшлы көндә алыу хәйерлерәк. Бүлбеләр эргәһендә ерҙе яртылаш асырға кәрәк. Шул килеш бер нисә көн торһон. Алынған уңышты елләп торған урынға ике аҙнаға киптерергә һалығыҙ. Кипкәс, һабағын ҡырҡып, баҙға һалырға була.

Автор фотоһы.

Автор:Лилия Нуретдинова
 
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: