Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
22 Июль , 09:21

Ҡапҡасы атылмай торған ҡыяр рецебы кәрәкме?

Ватсапта берәү "билләһи ғәзим, атмай торған ҡыяр рецебы ебәрегеҙ әле" тигән...    

Ҡапҡасы атылмай торған ҡыяр рецебы кәрәкме?
Ҡапҡасы атылмай торған ҡыяр рецебы кәрәкме?

Блогер Лилиә шулай тип яҙа: "Бер ҡасан да атмай торған ҡыяр маринадлау рецебы кәрәкме? Яҙығыҙ: ҡыярҙарҙы йыуабыҙ, остарын киҫәбеҙ һәм банкаларға үҙегеҙ теләгән үләндәр, япраҡтар ҡушып тултырығыҙ. Мин керән, ҡарағат, сейә, лавр япраҡтары, борос, һарымһаҡ, ҡәнәфер ҡушам. Бында иң мөһиме - тоҙлоҡ. Биш литр һыуҙы ҡайнатып сығарабыҙ ҙа 200 грамлыҡ бер стакан тоҙ, стакан ярым шәкәр, стакан ярым уксус алабыҙ. Маринадты ҡайнатып, ҡыярҙар өҫтөнә ҡоябыҙ. Артабан банкаларҙы ут өҫтөндәге һыулы һауытҡа ултыртып, ҡыярҙарҙың төҫө бер аҙ үҙгәргәнсе тотабыҙ. Бер литрлы банканы - биш минут самаһы, өс литрлыны - 10 минуттай. Һуңынан банкаларҙы ябып, өҫтөн одеял менән ҡаплап һыуытабыҙ".

Комментарийҙар күп төрлө. Башлыса "Унса уксус булғас, атмай инде" тигәндәр.

Гөлнур Ғарипова ла ҡыяр тоҙлауға бәйле ҡыҙыҡ яҙмаһы менән уртаҡлашҡан. Уҡып фәһем алайыҡ әле.

"Ватсапта берәү "билләһи ғәзим, атмай торған ҡыяр рецебы ебәрегеҙ әле" тигән. Рецептан ғына торһасы. Япҡан банкалар ныҡлап ябылып бөтмәһә лә атырға мөмкин бит, шунан, ана кеше рецебы менән япҡан инем, йүнле булманы, тиҙәр", - тип яҙа ул.

Ысынлап та, рецептар йөҙҙәрсә - һәр кемдең үҙенеке. Килешкәнен һайлап алырға ла эшләргә генә ҡала!

Фото: https://vk.com/public220793479

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
 
 
 
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас: