Даирә
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
19 Июль , 10:57

Ә һеҙ банкаларҙы нисек стерилләштерәһегеҙ?

Еп-еңел ысулдар тәҡдим итәбеҙ. Ҡайнатырға кәрәкмәй!     

Ә һеҙ банкаларҙы нисек стерилләштерәһегеҙ?
Ә һеҙ банкаларҙы нисек стерилләштерәһегеҙ?

Ҡышҡылыҡҡа емеш-еләк, йәшелсә консервациялай башланығыҙмы әле? Баҡсасылар өсөн иң мәшәҡәтле лә, күңелле лә осор башлана. Ҡышҡылыҡҡа ризыҡ әҙерләр алдынан банкаларҙы стерилләштереү мөһим. Быны еңел һәм тиҙ эшләүҙең бер нисә ысулын тәҡдим итәбеҙ.

Ҡайһы бер хужабикәләр банкаларҙы стерилләштереү өсөн аш һеркәһен һалып сайҡата. Ысул ябай. Ярты стакан аш һеркәһен банкаға һалып ҡапҡас менән ҡапларға лә, һәйбәт кенә итеп һелкетергә кәрәк. Һеркә банканың бөтә еренә лә тейергә тейеш. Бер алған һеркә егерме банкаға етә. Аҙаҡ уларҙы ғәҙәти ысул менән – әйләндереп киптереп алырға кәрәк.

Тағы ла бер еңел ысул – банкаларҙы духовкала стерилләштереү. Һалҡын духовканың рәшәткәһенә һыйғанса банкалар теҙеп ҡуяһың да, ҡабыҙып, 100 градуста 20-25 минут тотаһың. Һүндергәс, әҙерәк һыуынғанын көтөгөҙ ҙә, банкаларҙы алығыҙ.

Ҡайһы бер хужабикәләр эҫе көндә духовка тоҡандырғансы, банкаларҙы микроволновкала тотоп стерилләштереп ала икән.

Фото: akrasdia.ru

Автор:
Читайте нас: