Бәхетле бүләк эйәләре араһында Атйетәр ауылынан Әнис һәм Сәйҙә Уразбахтиндар ҙа бар. Улар редакцияға икәүләшеп бүләкте алырға килгәйне.
- Гәзиттән үҙебеҙҙең фамилияны күргәс, хатта күңел күтәрелеп китте! Гәзитле генә түгел, бүләкле лә булдыҡ бит. Яратҡан баҫмабыҙға һәр саҡ яҙылабыҙ, сөнки уны бик яратабыҙ. Һәр бер битен иғтибар менән уҡып сығабыҙ. Ә бүләк отоуға килгәндә, 1993 йылда “Йәшлек” республика гәзитендә ҡатнашып, видеомагнитофон отҡайныҡ. Ул саҡта видеомагнитофон ауылда беренсе булды. Ауылдаштарыбыҙ менән бергәләп кинолар ҡарай торғайныҡ.
Бына әле лә яратҡан гәзитте лә уҡыясаҡбыҙ һәм приз отоп та ҡыуандыҡ. Әммә әйбер өсөн түгел, ҡыҙыҡ өсөн генә - эш мендәрҙә түгел, ә отоуҙа! Уны мотлаҡ “Даирә” бүләге тип ҡулланасаҡбыҙ, - тине Уразбахтиндар.
Фәниә Сәлимгәрәева.