Һуған менән көн һайын файҙаланабыҙ тиерлек. Уның ҡабығын иһә ташлайбыҙ. Ә уның файҙалы үҙенсәлектәре лә бар. Мәҫәлән, сәс ҡойолған саҡта ныҡ ярҙам итә тиҙәр.
Иғтибарығыҙға ябай ғына, әммә бик файҙалы рецепт тәҡдим итәбеҙ. Бер литр банкаға тығыҙ итеп һуған ҡабығы тултырығыҙ һәм араҡы ҡойоғоҙ, бер ҡап ҡәнәфер өҫтәгеҙ. 10 көн ҡараңғы урында тоторға кәрәк, ваҡыт-ваҡыты менән төнәтмәне һелкетеп тороғоҙ.
Әҙер булғас, сәсегеҙҙе йыуыр алдынан төнәтмәгә мамыҡ тампон менән манып, сәс тамырына һөртөгөҙ. Аҙаҡ башты полиэтилен пленка менән ҡаплағыҙ һәм ике-өс сәғәткә йылы таҫтамал менән төрөгөҙ.
Һөҙөмтәһе иҫ киткес. Сәстәр тиҙ үҫәсәк һәм ҡуйырасаҡ.
Автор фотоһы.