+24 °С
Ямғыр
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә штабтағы ҡатын-ҡыҙҙар һуғыш яланында йөрөгән яугирҙәрҙе тыуған яҡ яландарында бешкән ер еләге ҡайнатмалары менән ҡыуандырырға булды.
Бының менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа уйлайбыҙ. Йәй мәлен файҙаланып, миндек, мәтрүшкә, кейәү үләне, иван-сәй һәм башҡа дарыу үләндәрен дә йыйып ебәрергә уйлайбыҙ, - ти штаб етәксеһе Резеда Әхтәмова.
Ирекмән-ҡатын-ҡыҙҙар “Ер еләге, дарыу үләндәре һәм миндек” акцияһына башҡа райондаштарыбыҙҙы ла ҡушылырға саҡыра. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр, әйҙәгеҙ дәррәү генә яугирҙәребеҙгә татлы күстәнәстәр әҙерләп алайыҡ, - ти улар.
Гөлсәсәк Аласова.